Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Башҡортостандан Мәскәүгә "Башҡортостандан һөйөү менән" социаль проекты сиктәрендә аҙыҡ-түлек тейәлгән сираттағы ылау оҙатыла. Маршрут Учалы, Белорет, Асҡар, Сермән, Өфө, Саҡмағош, Дүртөйлө, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалалары аша үтә.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын уҙғарылған "Башҡортостандан һөйөү менән" акцияһында яҡташтарыбыҙҙың туғандары һәм яҡындары аҙыҡ-түлек кенә түгел, көнкүреш әйберҙәре (түшәк кәрәк-яраҡтары, төрлө аш-һыу кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар) биреп ебәрә ала. Әйберҙәрҙе һәм аҙыҡ-түлекте 10, 11 сентябрҙә килтерергә мөмкин.
Бындай акцияларҙы уҡыу йылында кәмендә өс тапҡыр ойоштороу планлаштырыла: ноябрь байрамдарынан, ҡышҡы каникулдарҙан һуң һәм йәйге сессия башланыр алдынан.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев