Свернуть поиск
Ҡатындың ҡулында – ғаилә альбомы. Уны яйһыҙ тоттомо, әллә нимәнәндер тертләнеме, фотоһүрәттәр елпер-елпер иҙәнгә һибелде. Миңлегөл, уларҙы йыйып алыр өсөн, иҙәнгә эйелде, тик һүрәттәрҙең береһе лә ҡулға эләгергә ашыҡманы. Эләктергәне лә ысҡынып кире иҙәнгә осто.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-01-14/s-y-in-be-e-yarata-y-my-hik-y-4536889
0 комментариев
0 классов
Ә өҫтәлгә килгәндә, Сәриә әхирәте табынды муллап ҡорған, төрлө-төрлө емеш-еләк өҫтәлен биҙәп ултыра. Аш-һыуға оҫта шул, булмағандың бары бар. Ауылдан килгән туғандары ла сумка-сумка күстәнәстәр килтергән. Нәҫелдәре шәп, мул ҡуллылар.
Яңы мулла оҙаҡ көттөрмәне. Өй тапҡырында геүләп машина килеп туҡтаған тауыш ишетелде. Вәзимә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тәҙрәгә төбәлде. Аҡ түбәтәй, милли биҙәк нағышланған еләнгә оҡшаған кейем кейгән ят кеше ҡатыны менән машинанан төштө. Бына телефондан һөйләшә-һөйләшә өйгә килеп инде.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-11-08/ayat-ta-buldy-oyat-ta-buldy-4457558
0 комментариев
0 классов
Һалҡынлыҡты тойоп күнегер өсөн биттәремде ҡулдарымды сайып алдым. Боҙло һыу тәнемде бешерҙе. Ни булһа ла булыр, тәүәкәлләнем, кейемдәремде һалып та тормаҫтан, һыуға төшөп аҙ ғына алға киткәйнем, иреп бөтмәгән йылғаның төбө боҙ икән дә баһа, һеүән ташҡын минең аяҡтарымды салып йығып, юнысҡылай эләктереп алды ла күбекле ҡосағына ҡарманы. Бер ни тиклем ваҡыттан тәнемдең ҡорошоп өшөүен тойҙом, мамыҡлы һырмам һыу һеңдереп, ҡуңыстарына һыу тулған итектәрем таштай ауырға әйләнеп, мине төпкә ҡарай тарта башланы. Бер нисә тапҡыр һыу йотоп сәсәп алдым, әммә нисек тә өҫтә ҡалырға тырышып, ҡоластарымды йәйеп йөҙөп маташам. Йылға мине юғары тиҙлекле ағымының уртаһына төшөрөп алып, аҫҡа ҡарай өҫтөрәне, бындай барыш менән барһа, тағы ла бер аҙҙан ағын ташҡы, ажарланып, ташлы ҡаяларға барып бәреләсәк, ул саҡта ҡотолор юл, арҡаланыр сара ҡалмаясаҡ.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-03/ar-aly-4740244
0 комментариев
2 класса
Продолжаем отслеживать ситуацию на топливном рынке республики. Наличие бензина и дизтоплива на заправках в Башкортостане мониторится каждые три часа, в первую очередь обеспечиваются крупные заправки.
Автомобили экстренных служб имеют приоритетное право заправки, техника регоператоров для уборки мусора обеспечивается бензином своевременно.
Как обстоят дела с сельскохозяйственными работами? Будут ли аграрии Башкортостана обеспечены горючим?
О том, что предпринимается для стабилизации положения, — на брифинге о ситуации на топливном рынке в прямом эфире телеканала БСТ и соцсетях ЦУР Башкортостана расскажут представители профильных министерств и ведомств.
По будням в 15:00. Не пропустите!
0 комментариев
0 классов
- Атай ҡайтты! -эстән бала тауышы сыҡҡанға һиҫкәнеп китте.
- Атай түгел, олатай килгән. Һаумыһығыҙ! Һеҙгә кем кәрәк? - тупһанан төшкән ыңғайы бәләкәй балаһын күтәреп алған йәш ҡыҙ итәғәтле генә күренде.Килендер, тип уйлап алды.
- Һаумы, килен! Ҡайтып еттем бына. Самат улым эштәме әллә?- Миңнулла ҡарт сумаҙандарын күтәреп өйгә инеп китте. Аптырашынан ни һаулыҡ һорашырға ла онотҡан ҡыҙыҡай:
- Һаумыһығыҙ, олатай... Ниндәй Самат?- тип һораны ҡатын аптырап.
- Самат ирең булалыр инде, минең улым бит ул. Уртансы улым, - бабай өҫ кейемен һала-һала хәбәрен теҙҙе.
- Ҡаршыларға сыҡһамы тип уйлай инем, ул ҡайҙан белһен инде минең бөгөн ҡайтырҙы, ағаһы хәбәр итеп өлгөрмәне бит әле.
- Һеҙ ошо йорт хужаһын
1 комментарий
6 классов
Ләкин бер көндө 40 йәшкә етеп килгән Сулпан ауырға ҡалды. Башта ни уйларға ла белмәгән ҡатын, тәүҙә врачҡа күренеп, хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Ҡыҙ бала... Ҡырҡ йәштә бала табыу Сулпандың планына инмәһә лә, уны төшөртөү тураһында уйлап та бирмәне. Илфат йәш егет, бөгөн булмаһа, иртәгә китер. Ҡарт көнөндә яңғыҙ ҡалмаҫ. Ә бында уның ҡыҙы үҫер. Хоҙай юҡҡа ғына бирмәгән бит был баланы. Шулай уйланы Сулпан.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-07-05/y-y-urta-y-s-sk-e-hik-y-3837078
0 комментариев
3 класса
📌Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ! Һеҙҙе 4 июлдә "Коломенское" музей-ҡурсаулығында үтәсәк ҺАБАНТУЙ байрамында көтөп ҡалабыҙ!
Башҡортостанды быйыл, өсөнсө йыл рәттән, беҙҙең район тәҡдим итә. Килегеҙ, күрегеҙ, күргәҙмә-һатыуҙарҙа милли ризыҡтарҙы һатып алығыҙ!
Тулыраҡ https://ejansura.ru/news/common_material/2026-07-02/na-moskovskom-sabantue-ispekut-hleb-edinstva-i-druzhby-narodov-4739283
0 комментариев
4 класса
-- Әсәй, нишләп өндәшмәйһең? -- тип Әлфиә туҡтауһыҙ сикәләрен еүешләп ҡыҙартып ташлаған күҙ йәштәрен, бысраҡ ҡойоло ҡулдары менән һөртөп әсәһенә ҡарашын ташланы.
Ун ике генә йәшлек ҡыҙҙың күҙендә хәсрәт ине, әсәһенең килеп ҡосаҡлап уны йыуатыуын көттө, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы әсәһе:
-- Кит, уйлап сығараһың, һөйләмә миңә! -- тип, сипаратын айыртыуын дауам итте.
Шаҡ ҡатҡан ҡыҙ урынанан ҡуҙғала алмай бер аҙ тора бирҙе.
-- Нимәңде ҡарап тораһың, бар, эшлә! Күпме әйттем мин һиңә шул түтәлде утап бөтмәйенсә бер ҡайҙа ла бармайһың тип, ҡоромағыр бала, үҙәккә үткәрә, шул бер тутәлде күҙ йәше менән утай, үҙем сығып эшләйем хәҙер!- тип ишек яғына ынтылыуы булды. Әлфиә:
-- Юҡ, әсәй... -- тип ҡурҡышынан ба
0 комментариев
5 классов
БЕРЕНСЕ ИҪКӘРТЕҮҘӘР, ЙӘКИ ДЕМЕНЦИЯ СИРЕН НИСЕК АСЫҠЛАРҒА?
Һуңғы ваҡыт әсәйегеҙҙең бер үк нимәне ҡабат-ҡабат һорауын абайлайһығыҙмы? Ә һәр саҡ йыйнаҡ күренгән атайығыҙ йә асҡысын юғалта, йә плитәләге сәйҙе һүндерергә онота. Йыш ҡына был ҡылыҡтарҙы беҙ арыуға, иғтибарһыҙлыҡҡа йә иһә насар кәйефкә бәйләйбеҙ. "Ҡалай итәһең, йәштәре бара бит",- тип, үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ. Әммә йыш ҡына беҙ "ваҡ-төйәк" тип һанаған был билдәләр артында деменция сиренең башланып тороуын күҙалларға мөмкин. Уларҙы ваҡытында иғтибарлау бик мөһим.
https://ejansura.ru/news/auly-y-bayly-y/2026-07-02/berense-i-k-rte-r-y-ki-dementsiya-siren-nisek-asy-lar-a-4738689
0 комментариев
3 класса
загрузка
Показать ещёДополнительная колонка
О группе
- 8-34785-2-15-26
- ул. Советская, 9, с. Исянгулово (Зианчуринский район)
Фото из альбомов
Ссылки на группу
2.9K участников
1.3K участников
193 участника
Правая колонка